Кәримов

Фазлый Фазулла улы

 

1914 йылда Хәлил ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хәлилдә башланғыс мәктәпте, унан Темәстә 2-се баҫҡыс мәктәбен тамамлай.

1935 йылда Башҡорт Дәүләт педагогия училищеһын тамамлай. 1935 йылдың авгусында 1939 йылдың декабренә тиклем Йоматау зоотехникумының преподавателе булып эшләй.

1939 йылдың декабрендә Ҡыҙыл Армия сафына алынып, Монголияла хеҙмәт итә.

Кәримов Ф.Ф. хеҙмәт иткән Ҡыҙыл Байраҡлы 57-се дивизия Халхин - Гол һуғышында ҡатнаша, 1939  йылда границала ҡалдырыла.

1945 йылда ОВС 293 Ҡыҙыл байраҡлы полк составында япон милитаристарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Званиеһы - өлкән лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән наградланған. 1946 йыл июндә  демобилизациялана. Шул уҡ йылдың авгусынан Бүздәк рус-татар урта мәктәбенең директоры булып эшләй башлай.

1950 йылда үҙенең һорауы буйынса Әбйәлил районына күсерелә һәм Асҡар урта мәктәбенең директоры булып эшләй башлай.
 

1960 йылда райсовет ҡарары менән Әбйәлил РОНО(мәғариф бүлеге) мөдире итеп билдәләнә., 1962 йылдың июненә тиклем эшләй.

Ошо осорҙа Ф.Ф. Кәримовтың инициативаһы менән уның тыуып үҫкән Хәлил ауылында яңы мәктәп төҙөтөү эше башлана. Был мәктәпте башта 107 урынлыҡ типовой 8 йыллыҡ мәктәп  тип төҙөйҙәр. Кәримовтың ныҡышмалығы арҡаһында мәктәп 8 йыллыҡ белем биреү түгел, ә 10 йыллыҡ урта белем биреү мәктәбе статусына эйә була.  Урта мәктәп 1964 йылдың 19 октябрендә үҙ ишектәрен аса.

1962 йылдың авгусында Бүздәк районының Ғафури урта мәктәбе директоры итеп ебәрелә һәм унда 1974 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй.  Персональ пенсионер. 1942 йылдан  ( февраль) КПСС ағзаһы . РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы,  1967 йылдың 3 декабрендә Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы Указы менән Башҡорт АССР-ны мәктәбенең  атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән почетлы исемгә лайыҡ була.