20:45
Бөйөк Еңеүгә 70 йыл!
1941 йылдың 22 июнендә беҙҙең Советтар Союзына бер ниндәй иғланһыҙ фашистар Германияһы ғәскәрҙәре баҫып инә.
1418 көн барған был ҡот осҡос ҡан ҡойошта Еңеүгә беҙҙең илебеҙ Донъяла иң ҙур өлөш индерә:
35,5 миллион һалдат араһынан яу яланында, яраларҙан, аслыҡтан, һыуыҡтарҙа өшөп-туңып, концентрацион лагерҙарҙа 11 944 100 һалдат вафат була. Ә тылда ҡалғандар араһынан 14 655 900 тирәһе оло кешеләр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар аслыҡтан, һыуыҡтарҙа өшөп һәм башҡа сәбәптәрҙән вафат була. Шулай итеп оло ҡыҙғанысҡа ҡаршы Бөйөк Еңеү яҡынса 26 600 000 кеше ғүмере менән яулап алынған тиһәк тә яңлыш булмаҫ...
Беҙҙең Республикабыҙ һуғышҡа 750 000-дән ашыу кеше оҙата, шуларҙың 1/3 өлөшө кире әйләнеп ҡайтмай.
Ауылыбыҙ Советынан Ҡыҙыл Армия сафына 368 кеше алына, улар араһынан тик 171 генә тыуған яҡтарына әйләйнеп ҡайтыу бәхете тейә. 
Илдә тыныслыҡ булһын өсөн үҙ ғүмерен аямаған батырҙар араһындағы беҙҙең ауыл Советынан булған 197 һалдаттың исеме мәңгелеккә шулар араһында иҫәпләнгән Советтар Союзы Геройы Рәүеф Әбделғәни улы Дәүләтовҡа ҡуйылған монумент-бюст яны обелискыһында киләсәк быуындарға иҫтәлек итеп ташҡа соҡоп яҙылған. 
8 май көндө Геройыбыҙ Дәүләтов Рәүеф исемен йөрөткән мәктәбебеҙ бинаһында Еңеүгә бағышланған ҙур тантана үтеп китте.
Тантананы Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы ағзаһы Шөғүров Рәсүл Иғдисам улы мәктәпкә Еңеү Байрағын бүләк итеү менән асып ебәрҙе.
Артабан һүҙҙе Геройыбыҙҙың бер туған ҡустыһының малайы, Хәлил ауыл Ветерандар Советы ағзаһы, ауылдың хеҙмәт ветерандар мәҙәни төркөме етәксеһе Дәүләтов Руслан Әхәт улы алды. 
Бөйөк Ватан һуғышының оло хаҡы тураһында тарих фәне уҡытыусыһы Хәлил Насип улы Ейәнбирҙин һөйләп үтте.
Тантананы асыу бик матур итеп әҙерләнгән балаларҙың концерт номерҙары менән алышынды. Һәр класс концерт номеры ғына түгел, ә һалдаттар кейгән пилоткаларҙың макеттарын, Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашҡан һәр һәлдатҡа арнап төшөрөлгән рамкалар, төрлө төҫтәге шарҙар, һуғыш тематикаһына плакаттар әҙерләгән ине.


Мәктәп бинаһынан сара тышҡа ашыҡты: сөнки алда беҙҙе "Үлемһеҙ полк" парады көтә ине. Парад район эсендә уҙғарылған Еңеү марафоны йүгереүселәрен ҡаршылау менән алышынып Рәүеф Дәүләтов һәйкәле янында республиканан һәм район үҙәгенән килгән ҡунаҡтарҙың, ауыл торамаһы башлығы, уның урынбаҫарҙарының һәм башҡа ауылдаштарҙың ҡотлау һүҙҙәренә күсте.
Ҡотлауҙар һәм ялҡынлы телмәрҙәрҙән һуң илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн үҙ ғүмерен биргән 27 миллион кешегә арнап тыныс күгебеҙгә 27 шар осоролдо. 
Тантана артабан ауыл мәҙәниәт йортона, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауыл хеҙмәт ветерандары тарафынан әҙерләнгән концертҡа күсте. Бик матур итеп әҙерләнгән концерт һәр кешенең күңеленә үтеп ингәндер...
Ошо, бер үк ваҡытта нәфрәт һәм күҙ йәше менән, шул уҡ ваҡытта ҙур ҡыуаныстар һәм тулҡынланыу менән тулған Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сара тамамланды.

Еңеү байрамы менән һеҙҙе ауылдаштар, тыныс күк йөҙө аҫтында бәхетле, оҙон ғүмер теләйем барығыҙға ла!
Ҡ\м - администратор
Категория: Новости школы | Просмотров: 887 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 1.0/3
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]