07:23
Белем байрамы менән!
1-се сентябрь халыҡ-ара Белем көнө һанала. Ошо байрам менөн башланып китә лә инде белемгә, һөнәргә, үҙаллы тормошҡа тәүге аҙымдар.
Быйыл беҙҙең мәктәптең ишеген тәүге тапҡыр 19 уҡыусы бала асып уҡырға килде. Йәмғеһе 167 уҡыусыға белем усағы үҙенең ишектәрен асты.

Белем көнө айҡанлы үткәрелгән байрамды мәктәп директоры Ғәлин Бәшир Әҡсән улы уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙы тәбрикләү һүҙҙәре менән башлап ебәрҙе.
Район үҙәгенән саҡырылған район ветеринария хеҙмәтенең етәксеһе Әсәҙуллин Вәлиәхмәт Сәләхйән улы һәм ауыл биләмәһе башлығы Хәйбуллин Айбулат Баҡый улы ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап, беренсе класс уҡыусыларына уҡыу кәрәк-яраҡтарын бүләк итеп киттеләр.
Тәүге ҡыңғырау йолаһын мәктәптең уҡыу алдынғыһы Әбделғәзина Ләйсәнгә тапшырҙылар.
Мәктәп администрацияһы уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы менән ҡотлай, сараны әҙерләгән-үткәргән хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерә.

Категория: Новости школы | Просмотров: 801 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]