20:56
Биология, география һәм химия предметтары аҙналығы

31 марттан 7 апрельгә ҡәҙәр мәктәп эсендә биология, география һәм химия предметтары аҙналығы үтеп китте.

5 - 11 класс уҡыусылары араһында аҙналыҡ эсендә бик ҡыҙыҡлы төрлө-төрлө бәйгеләр уҙғарылды, рәссамдар - "Тәбиғәтте һаҡлау", "Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән хайуандар менән үҫемлектәр", исемле темаларға плакаттар эшләнеләр, "Һәр класстан бер сыйырсыҡ ояһы" акцияһында бик әүҙем ҡатнаштылар.

Юғары класстар араһында иң отҡор класс булып - 10-сы класс танылды, ә уртансы класстар араһында - 7-се класс уҡыусылары бер ҙә һынатманылар - беренселекте яуланылар. Ярыштарҙа ҡатнашҡан бар уҡыусылар ҙа тәмле-тәмле бүләктәр менән бүләкләнде.

Афарин уҡыусылар, гел генә шулай әүҙем булығыҙ, бөтөн ярыш-сараларҙа ҡатнашығыҙ, сөнки шундай сәмле, дәртле мәктәп йылдары ғүмерҙә бер була!

Фото-хроника

 

Категория: Новости школы | Просмотров: 796 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 2.6/10
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]