21:22
География предметы буйынса район семинары

21 февраль Хәлил мәктәбе бинаһында район географтары семинары уҙҙы. Бында 19 мәктәптән география уҡытыусылары килде. Семинарҙың темаһы - география дәрестәрендә инноватик технология ҡулланыу, дәрескә әҙерләнгәндә интернет мөмкинселектәрен ҡулланыу.

Инноватик технология тип һәр мәктәптең йөҙөк ҡашылай һаҡланған проекторы менән интерактив таҡтаһын әйтәләр. Һәм бөтөн булмаһа ла бик күп мәктәптәрҙа был яңылыҡ индерелгән һәм бик әүҙем ҡулланыла.

Беҙҙең дә мәктәбебеҙ артта ҡалғандарҙан түгел - беҙҙә 3 проектор, 2-һе маҡсатлы рәүештә башланғыс класстар уҡытыусыларына бирелгән комплектта, 1-һе информатика бүлмәһендә урынлаштырылған.

Бына тап ошо инноватик ҡулланманың бер төрө - "аҡыллы таҡта" менән эш иттеләр семинарға килгән уҡытыусылар.

Дилмөхәмәтова Рәзилә (Әбдрәш мәктәбе) 5-се синыф уҡыусыларыбыҙ өсөн "Әбдрәш ауылы мөғжизәләре" тип аталған  бик ҡыҙыҡлы дәрес үткәрҙе. Рәүил мәктәбе уҡытыусыһы Мәхмүтова Фариҙа 6-сы синыф уҡыусыларын үҙенең дәрәсендә  "Атмосфера"-ға әйләне, яңы тема бик ҡыҙыҡлы үтте.

Уҡытыусыларҙың үҙҙәре генә һөйләшер серҙәре лә бар ине - яңы технологияларҙы ҡулланыу киңлектәрендә һәр кеменең тәжрибәһе һәм ул тәжрибә менән алмашыу ҙа бик файҙалы булғандыр.

Районда йыл һайын үткәрелгән Кесе Фәндәр академияһының уҡыусы балалар араһындағы тикшеренеү эштәре бәйгеһендә ҡатнашҡан уҡытыусыларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманылар.

Семинар аҙәғы яҡынлашыу менән ҡунаҡтарҙы мәктәбебеҙҙең таланттары әҙерләгән кескәй генә концертына саҡырҙылар. Бейеүҙәр, йырҙар, ҡыҙыҡлы таҡмаҡтар бөтәһенең дә күңеленә хуш килгәндер.

Семинарҙы ойоштороусы Әлибаева Эльза Илдәр ҡыҙына, концертты әҙерләп үткәреп ебәргән Ейәнбирҙина Фәнүзә Насип ҡыҙына, концертта ҡатнашҡан балаларға рәхмәт әйтке килә, афариндар!

Категория: Новости школы | Просмотров: 671 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 3.0/10
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]