11:45
Йәгеҙ әле егеттәр!

20-се февраль көндө Ватан һаҡсылары көнөнә арналған кисә үтеп китте.

Был кисәлә урта һәм юғары кластарҙағы уҡыусы малайҙар күп төрлө һынауҙар аша үттеләр.

Ҡайһы бер ярыш төрҙәрендәге юғары баһаға лайыҡ булған малайҙар һәм егеттәрҙе яҙып үтәйек:

- турникта күтәрелеү - Күсәрбаев Фәңгиз, 8 класс

- иҙәндән этелеү - Муталов Рәмзил, 10 класс

- әрменән хат - Сыртланов Вилдан, 6 класс 

- һалдат тормошонан күренеш - Шәһиүәлиев Даян, 7 класс

- таныштырыу - Муллағолов Айбулат, 5 класс

- хәрби йыр - 10 класс

Бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп алып барылған ярышта дуҫлыҡ еңде тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ, сөнки был ярыш класс эсендә генә түгел, ә бөтә мәктәп малайҙарын, буласаҡ Ватанды һаҡлаусыларҙы берләштерҙе.

Категория: Новости школы | Просмотров: 964 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 1.6/7
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]