12:31
Ғәйфулла Сарбаевтың тыуыуына 100 йыл
15 май көнө Хәлил урта мәктәбенең тамашалар залында ауылдашыбыҙ Ғәйфулла Фәхрислам улы Сарбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уны иҫкә алыу сараһы үтеп китте.


Ғәйфулла Сарбаевтың тыуыуына 100 йыл айҡанлы үткәрелгән саранан: уртала туғандары, сарала ҡатнашҡан уҡыусы балалар, уҡытыусылар, мәктәп администрацияһы вәкилдәре.


Ғәйфулла Фәхрислам улы Сарбаев Хәлил ауылында 1915 йылда донъяға килә. Бәләкәс сағынан ҡурайҙа һәм гармунда уйнарға өйрәнеп сәхнә тураһында хыялланған Ғәйфулла 30 йылдарҙа яҙмыш һынауын үтә - ауылда Шәкир Сабитов исемле кеше төҙөгән артистар труппаһы концерт менән килгәндә шул артистар араһына беҙҙең Ғайфулла ла таланттары арҡаһында барып эләгә. Сәхнәләрҙә сығыштар яһап, белемен арттырыу ниәтендә Өфө сәнғәт техникумында уҡый, Ҡыйғы, Баймаҡ райондарында театр эшендә бик әүҙем ҡатнаша. 
  Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Сибай ҡалаһы театрында эшләүгә 26 йыл ғүмерен бағышлай. Ул унда режиссер ҙа була, коллективты йәш һәләтле артистар менән тулыландырыуға, репертуарҙы иң яҡшы әҫәрҙәр менән байыҡтырыуға күп көс һалып тырышып эшләй. 1965 йылда 50-се генә йәшендә вафат булып ҡала...
   1985 йылда үткәрелгән Гайфулла Сарбаевты иҫкә алыу кисәһендә уның исемен мәңгеләштереү ниәтендә Хәлил ауыл мәҙәниәт йортона һәм үҙе тыуып үҫкән урамға артистың исеме бирелә. Ә 2002 йылда Хәлил урта мәктәбенең алғы диуарына Ғайфулла Сарбаевҡа мәрмәрҙән таҡтаташ ҡуйылды.

   
Категория: Новости школы | Просмотров: 1305 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 1.0/4
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]