17:40
Көрәшселәр уңышы
16 октябрь көндө Асҡар ауылының "Батыр" исемле һаулыҡ һаҡлау комплексында район мәктәптәренең көрәш секцияһы тәрбиәләнеүселәре араһында милли көрәш буйынса ярыш уҙып үтте.
Был ярышта беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла һынатманы - төркөмдәр араһында 3-сө урынды алып ҡайттылар!
Ирназаров Айгиз, 70 кг-лыҡтар араһында 1-се урынды, Хәсәнов Нургиз, 45 кг-лыҡтар араһында 2-сене, Күсәрбаев Фәнгиз, 65 кг-лыҡтар араһында 2-сене һәм Лоҡманов Вадим, 65 кг-лыҡтар араһында 3-сө урынды яулап ҡайттылар. 
Ошо егеттәргә һәм уларҙың етәкселәре - Байбулатов Зөлфәр Зөлҡәфир улына - ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Афариндар!
Категория: Новости школы | Просмотров: 341 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 1.0/2
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]