22:18
Хәлил урта мәктәбенә 125 йыл

8 апрель көнө Хәлил ауылы мәҙәниәт йорто бинаһында Хәлил урта мәктәбенә нигеҙ һалыныуға 125 йыл тулыу айҡанлы юбилей кисәһе үтеп китте.
Сараға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, районыбыҙҙың үҙәгенән, күрше ауылдарҙан ошо мәктәптә ҡасандыр белем алып сыҡҡан уҡыусылар, ошо мәктәптә эшләп хаҡлы ялға киткән уҡытыусылар, район администрацияһының мәғариф бүлеге етәксеһе һәм уҡыу-уҡытыу мәьсәләләре буйынса урынбаҫарҙары, район администрацияһы башлығы һәм уның урынбаҫарҙары саҡырылғайнылар. 
Сараны асыу һүҙен башлап мәктәп директоры Ғәлин Бәшир Әҡсән улы алды. Ул сараға килгән ҡунаҡтарҙы мәктәптең ҡыҫҡаса тарихы менән, уның хәҙерге мәлдәге матди хәле менән, уҡытыу-белем күрһәткестәре менән таныштырып үтте.
Ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы тәбрикләп һүҙҙе Әбйәлил районы администрацияһы башлығы Сыңғыҙов Рим Һатыбал улы дауам итте. Рим Һатыбал улы ауыл мәктәбенең хәҙерге мәлдәге йәмғиәт һәм ил тормошондағы урыны турыһында, мәктәпте төҙөкләндереү турыһында, киләһе йылдарҙа эшләнелә торған эштәр тураһында әйтеп үтте. Администрация исеменән мәктәпкә ҙур бүләк - акустик система тапшырҙы һәм мәғариф эшмәкәрлегендә ҙур ҡаҙаныштары булған уҡытыусыларҙы ҡотлап, маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата премия менән бүләкләп үтте.
Районыбыҙҙың мәғариф бүлеге етәксеһе Зәйнуллин Вәлит Әхмәтшәриф улы ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң Хәлил мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эшендәге ҡаҙаныштары булған уҡытыусыларын  маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Килгән ҡунаҡтар бер-бер артлы сығып мәктәп коллективын, хаҡлы ялда булған залда ултырған уҡытыусыларҙы ҡотлап, мәктәпкә төрлө ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙылар - видеопроектор, киң-функциональ принтер, электрон сәғәт һәм башҡалар.
Әйтеп үтер кәрәк - оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Хәмзин Әҙеһәм Мостафа улы 1964 йылда Хәлил мәктәбенең яңы (әлеге) бинаһын төҙөүгә этәргес биргән Кәримов Фазулла Фазлыйәхмәт улының балалары тарафынан булдырылған премияны юллап, шул премияны уҡыу алдынғылары - Әбделғәзинә Ләйсән менән Рәхмәтуллин Илмирға тапшырып үтте. 
Бынан тыш, Советтар Союзының Бөйөк Ватан Һуғышы геройы Дәүләтов Рәүеф Ғәни улының премияһын уҡыу алдынғылары Дәүләтова Наҙгөл менән Килдейәрова Илмираға геройыбыҙҙың туғандары Дәүләтов Таһир менән Ҡотлогилдин Урал тапшырып киттеләр.
Мәктәптең асылыу осоро башында эшләп киткән уҡытыусы-ветеран Илһамова Нәғимә Әүхәҙи ҡыҙы шул йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы һөйләп үтте.
Сара концерт номерҙары менән биҙәлгәйне - бейеү номерҙарын Хәлил ауылы урамдары концерт бәйгеһенән алынған ансамбль, Хәлил ауылы балалар баҡсаһы коллективы менән әсәләр ансамбле (ансамбльдең етәксеһе Дәүләтова Нәйлә Рәшит ҡыҙы), йырҙарҙы мәктәп ҡатын-ҡыҙҙар коллективы, сығарылыш уҡыусылары (Етегән төркөме солистары Килдейәров Рәзиф, Ғәбитов Заһит, Гәлсәр һандуғас йыр-моң бәйгеһе лауреаты Ласынов Динар, Асҡар ауылының Таһир Күсемов исемендәге гимназияһы уҡытыусыһы, Дәүләтова Әлмира) башҡарҙылар.
Сара аҙағынан саҡырылған ҡунаҡтарҙы мәктәп ашханаһында Хәлил мәктәбе ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән тәмле аш менән һыйланылар.
Ошо сараны алып барыусы Өмөтҡужин Радик Исмәғил улы һәм Вәлиева Лилиә Камил ҡыҙына, йыр-моң өсөн яуаплы булған Ҡаҙаҡбаев Яхъя Ғилметдин улы һәм Ейәнбирҙин Хәлил Насип улына, юбилейға арнап презентация эшләгән Ейәнбирҙинә Фәнүзә Насип ҡыҙына, залды матурлап, тәмле итеп һый әҙерләгән мәктәптең ҡатын-ҡыҙҙар коллективына мәктәп администрацияһы ҙур рәхмәт белдерә!
Категория: Новости школы | Просмотров: 447 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]