17:34
Ололар көнө
1 октябрь көндө мәктәп бинаһында Ололар көнөнә бағышланған сара үтеп китте. Был байрамға саҡырыу ҡағыҙҙары таратып ауылдағы оло йәштәге кешеләрҙе, ветерандарҙы йыйып алдылар.
Сараны уҡыусылары сығыштары менән Буранғолова Нәйлә Нәҙир ҡыҙы биҙәне, ул етәкләгән 3-сө класс бик матур сығыш яһаны.

Байрам һәм уның айҡанлы уҙғарылған сара саҡырылған ҡунаҡтарға хуш килгәндер тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Мәктәп администрацияһы сараны ойоштороусы хеҙмәткәрҙәргә, матур итеп өҫтәл әҙерләгән уҡытыусыларға һәм ашнаҡсыларға, концерт номерҙары өсөн 3 класс уҡыусыларына һәм уларҙың етәксеһе Буранғолова Нәйлә Нәҙир ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерә.
Категория: Новости школы | Просмотров: 467 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]