07:31
Талиптар менән осрашыу кисәһе

29 ғинуар көнө мәктәптең тамашалар залында ошо мәктәпте тамамлаған талиптар менән осрашыу кисәһе ойошторолдо. Кисәне юғары класс уҡыусыларынан ике төркөм, талиптарҙың үҙҙәренән бер төркөм төҙөп КВН формаһында 11 класс етәксеһе Күсәрбаева Лилиә Ишбулды ҡыҙы үткәрҙе, уның ярҙамсыһы - 8 класс етәксеһе Хибатова Миңзифа Айбулат ҡыҙы булды. 
Кисә бик ҡыҙыҡлы булды - талип тормошонан күренештәр, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар, инсценировкалар һәм аҙағынан бик күңелле ритайым ойошторолдо. Мәктәп администрацияһы кисәлә ҡатнашҡан уҡыусыларға, ойоштороусы уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерә.
Категория: Новости школы | Просмотров: 685 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]