12:45
Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән!

Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ

һәм ата - әсәләр!

Тәүге ҡыңғырау белем асҡыстарын

Балаларҙың бирә ҡулына.

Һуңғы ҡыңғырау башлап алып сыға

Һәр йәшлекте тормош юлына.

Ун бер йыл буйы ҡыңғырауҙар сыңы

Саҡырыу булды һәр бер дәрескә.

Бөгөн улар  -  саҡырыу һәм оҙатыу

Алда торған бөйөк, ҙур эшкә!

Бөгөнгө көн барлыҡ Рәсәй эсендә оло байрам көнө - Һуңғы ҡыңғырау байрамы.

Ошо көндән башлана ла инде уҡыусы балаларҙың оло, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуҙары, ҙур маҡсаттарға ирешеү, илебеҙҙең ғорур кешеләренә әүрелеүҙәре...
Быйыл беҙҙең мәтәбебеҙҙе 19 бала тамамлай - 9 егет һәм 10 ҡыҙ. 

Бик уңған, алтын балалар улар, әлеге сығарылыш уҡыусылары - спортта ла, уҡыуҙа ла, төрлө башҡа үткәрелгән сараларҙа ла бер ҙә үҙҙәрен һынатманылар, һәр ваҡыт алдынғы булдылар, һәм шул алдынғылыҡтары менән, үҙенсәлекле булыуҙары менән уларҙың һәр береһе иҫебеҙҙә ҡаласаҡ. 

Алдығы тормошоғоҙҙа, ҡошсоҡтарыбыҙ, һеҙгә тик уңыштар ғына юлдаш булһын, тырыш булығыҙ, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгеҙ, бер-берегеҙгә терәк булып, татыу булып, бергә-бергә, именлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йылдар мәктәбегеҙ ғорурланырлыҡ итеп дәррәү йәшәгеҙ һәм маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ!

Бәхетле генә булығыҙ инде, ҡәҙерлеләребеҙ!


 

Категория: Новости школы | Просмотров: 3092 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 2.4/9
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]