20:40
Һылыуҡай - 2014

14 мартта Әбйәлил районының мәҙәниәт һарайында "Һылыуҡай - 2014" бәйгеһе үтте. Бында районыбыҙҙың 10 һылыуы ҡатнашты. Беҙҙең мәктәптән Сәйфитдинова Рүзилә исемле һылыу барҙы.

Һынау бер үк ваҡытта ауыр ҙа, икенсенән мауыҡтырғыс та булғандыр. Беҙҙең Рүзиләбеҙ "Тамашасылар һөйөүе" исемле дипломы менән бүләкләнә, афарин ҡыҙыҡай! Рүзилә бик уңған ҡыҙ - уҡыуҙан да алдынғы, спорттан да юғары кимәлдә торған уҡыусы - Хәлил мәктәбе ҡыҙҙар баскетбол командаһында маҡтаулы һаҡсы , әйҙәгеҙ бергәләп Рүзиләгә киләсәк тормошонда тик уңыштар юлдаш булыуын теләйек! 

Категория: Новости школы | Просмотров: 696 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 2.6/11
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]