06:35 Һаумы мәктәп, гүзәл, дәртле йәшлек иле! | |
Әйе, тап шулай тойғолар менән киләлер үҙ мәктәбенә нисә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан һәр бер уҡыусы. Быйыл да, күптән килгән йола буйынса, февраль айының тәүге шәмбеһендә 50, 45, 40, 35, 30, 25, 20, 15, 10 йыл элек беҙҙең мәктәптә урта белем алып сыҡҡан сығарылыш уҡыусыларының осрашыу кисәһе уҙып үтте. Кисәне ғәҙәттәгесә мәктәптең етәксеһе Ғәлин Бәшир Әҡсән улы тамашалар залында йыйылған ҡунаҡтарҙы тәбрикләү һүҙҙәре менән асып ебәрҙе. Ауыл биләмәһе башлығы Хәйбуллин Айбулат Баҡый улы сығарылыш уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы, хаҡлы ялда булған мәғарифта эшләп киткән ҡунаҡтарҙы ҡотлап үтте. Сығарылыш уҡыусылары бер-береһен алыштыра-алыштыра сәхнә түренә уҙҙылар: кемдер үҙенең күңел түрҙәрендә һаҡланған бала саҡ серен, кемдер яратҡан уҡытыусыһына бағышланған шиғыр, кемдер йыр, кемдер матур ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны, мәктәпкә төрлө-төрлө бүләктәр тапшырҙылар (саңғылар, туптар, фотоаппарат, планшет һәм башҡалар). Кисә бик матур, йылы булды тиер кәрәк, сөнки кисә аҙағынан сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла үҙҙәренең гүзәл, дәртле йәшлек йылдарына ҡайтып ҡалғандай, матурайып, күңелләнеп, дәртләнеп, ҙур рәхмәттәр әйтеп ғәзиздәрҙән-ғәзиз тыуған мәктәбенән тик тәнәфескә генә сыҡҡандай, талпынып-ашҡынып, ҡорҙаштар ҡорона юл тоттолар. Киләһе осрашҡанға тиклем, хөрмәтле мәктәптәштәр! Мәктәп администрацияһы кисәне ойоштороусы Ейәнбирҙина Ф.Н., тамашалар залын матурлап әҙерләүсе уҡытыусыларға, хеҙмәткәрҙәргә, концертта ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерә.
| |
|
Всего комментариев: 0 | |