11:58
Бөтә донъя балалар көнө
20 ноябрь көнө Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе тарафынан 1954 йылдан алып балаларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм уларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау өсөн саралар күреү көнө тип иғлан ителә.
Был сара 1959 йылдан башлап донъялағы 230-ҙан ашыу ил тарафынан үҙҙәренә уңайлы бер ваҡытта үткәрелергә тейеш була. Рәсәй Федерацияһында ул  сара 20 ноябрь көндө үткәрелә.
Билдәле булыуынса, донъяла күп илдәрҙә тиерлек балаларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса саралар күрелмәй, ә киреһенсә буласаҡ граждандарҙың хоҡуҡтарын нисек мөмкин, шулай боҙалар, инҡар итәләр (Африка, Азия, Көнъяҡ-Көнсығыш Европа, Көнъяҡ Америка илдәре, Океания утрауҙары халыҡтары).
Беҙҙең илдә йәш граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау сараларын күреү йылдан йыл артып бара, балаларға инде йылдан йыл яҡшыраҡ шарттарҙа йәшәүгә мөмөкинселек тыуҙырыла.
Балаларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау оло граждандарҙың һәр береһенең иңендә тиһәк тә яңлыш булмаҫ - беҙ барыбыҙ ҙа улар өсөн яуаплы һәм һәр ҡылығыбыҙ менән уларға өлгө булырға тейешбеҙ.
23 ноябрь көндө Хәлил урта мәктәбенең тамашалар залында ошо көнгә бағышланған сара үтеп китте.
Сараны 6 класс етәксеһе, Ейәнбирҙин И.Х., асыҡ класс сәғәте сифатында үткәрҙе, сарала класс уҡыусылары ғына түгел, ә залда булған һәр ҡыҙыҡһынған бала ла бик актив ҡатнашып ултырҙы - тема бит көндәлек мәсәләләрҙең береһе - балаларҙың һәм кешеләрҙең хоҡуҡтары тураһында ине.

    Иң төп һаналған хоҡуҡтарҙы ҙур экранда ҡарап, уларҙы боҙоу миҫалдарын килтереп, хоҡуҡтарҙы һаҡлар өсөн кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген билдәләп киттеләр уҡыусылар.
   Дөйөм алғанда сара урынлы һәм файҙалы булғандыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
  Үҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы һаҡлағыҙ, боҙҙормағыҙ һәм кешеләрҙең хоҡуҡтарын бер ҡасан да ҡыймағыҙ һәм шундай осраҡтарҙа хоҡуҡ боҙоуға үҙегеҙгә ҡурҡыныс янамағанда шәхси ҡаршылыҡ күрһәтегеҙ, ә ҡурҡыныс янаған осраҡтарҙа - 112 телефонына шылтыратып үҙегеҙ шаһит булған хәлде һөйләп биреүҙән тартынмағыҙ, сөнки бит ниндәйҙер бер кешенең хоҡуҡтарының үтәлеше генә түгел, хатта һаулығы һәм ғүмере һеҙҙең ҡулығыҙҙа булыуы ихтимал.
Категория: Новости школы | Просмотров: 772 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]