15:16 Декадник начальных классов ООШ д. Ишбулдино | |
Ишбулды урта
мәктәбендә «Кеше белеме менән, ер яуын менән йәшәрер» девизы аҫтында
башланғыс кластар араһында
декадник үтте. Мәҙинә Ғилмитдин ҡыҙы һәм Вәсилә Исмәғил
ҡыҙы көн һайын төрлө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырҡыс
саралар үткәрҙе. Ә уҡыусылар һәр конкурста ҙур теләк менән әүҙем
ҡатнаштылар. Бигерәктә малайҙар сәмләнеп "Математиканан КВН”
-да, "Тел бәйгеһе”ндә, инглиз теленән КВН –да үҙҙәренең
зирәклеген, отҡорлоғон күрһәттеләр.
Ижад көнөндә башҡорт
орнаменттарын ҡулланып тирмә төҙөнөләр, Еңеүҙең 75 йыллығына һүрәт
төшөрҙөләр. "Һаумы, һаумы әкиәт” конкурсында
береһенән береһе оҫтараҡ әкиәт
һөйләне, фәнни- ғәмәли тикшереү эшендә үҙҙәренең эштәрен яҡланылар. Декадник аҙағында иң-иңдәре һайланып алынды, үткәрелгән
сараларға йомғаҡ яһалды, яҡшы һөҙөмтәләргә
ирешкән уҡыусыларға " Маҡтау
ҡағыҙҙары”, бүләктәр тапшырылды. | |
|
Всего комментариев: 0 | |