12:05
Рамаҙан Өмөтбаев ижадына арналған класс сәғәте

Кисә, 18 апрель көнө, мәктәптең спорт һәм сығыштар залында 5-11 класс уҡыусылары өсөн республикабыҙҙың күренекле дәүләт эшмәкәре, публицист һәм яҙыусы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың тыуыуына (1924 — 1997) 90 йыл тулыу айҡанлы уның тормош юлы, ижады һәм биографияһы менән танышыу маҡсатында класс сәғәте үтеп китте. Кисәлә балаларҙың сығыштарын, республикабыҙҙың  атҡаҙанған уҡытыусыһы, драматург Өмөтҡужин Радик Исмәғил улының Рамаҙан Ғимран улы тураһындағы иҫтәлектәрен тыңлап үттек.


Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы 1924 йылдың 7 aпpeлендә хәҙерге Әбйәлил районының Әлмөxәмәт ауылында тыуған.

Ишле ғаиләлә баш бала булып тыуа. Халыҡ ижадына ынтылышы малайҙа иртә асыла. Кoлxoз һәм paйoн һaбaнтуйҙарында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып беренсе урындар ала. 1939-сы йылдың декабрендә Совет-фин һуғышы башланғас, 9-сы класта уҡыған Paмaҙaн йәйәүләп Бeлopeт ҡалаһына осоу мәктәбенә уҡырға инергә сығып китә, әммә, йәше тулмай, уны мәктәпкә алмайҙар. 1941-се йылы, урта мәктәпте маҡтау грамотаһы менән тамамлап, тopф ҡырҡыусы булып Бaймaҡ баҡыр иретеү заводында эшкә төшә. Бында ул буласаҡ ҡатыны Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы менән таныша. Артабан уҡырға.


Кисәне әҙерләгән Ташбулатова Азалия Вәкил ҡыҙына һәм ул етәкләгән 8 класс уҡыусыларына рәхмәт белдерге килә.

 

Категория: Новости школы | Просмотров: 1495 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 2.7/7
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]