09:20
Осрашыу кисәһе -2014. Фотохроника







Категория: Новости школы | Просмотров: 1020 | Добавил: Ilshat-Z | Рейтинг: 2.8/11
Всего комментариев: 1
1 | Ilshat-Z пишет: | 14.02.2014 | 21:42 Спам Страница с комментарием |
Йәмле, йылы, елһеҙ-дауылһыҙ февральдең беренсе шәмбеһендә мәктәп бинаһында булып үтте сығарылыш уҡыусыларының осрашыуы. Бик күңелле, шундай татыу һәм йылы атмосферала уҙҙы ул, һәр ҡунаҡтың йәшлегенең иң изге миҙгеле - мәктәп йылдарының иҫтәлек кисәһе.
Һуңғы йылдарҙа ғәҙәткә индерелгән традиция буйынса артҡы диуарҙа проектор менән Ейәнбирҙина Ф.Н. әҙерләгән презентациялар күрһәтелде, музыкаль һәм бейеү яғынан бик тырышып әҙерләнгән Х.Н. Ейәнбирҙиндың уҡыусыларының йырҙары, Әлимғужина Н.Р. әҙерләгән бейеүселәрҙең йәмле һәм дәртле бейеүҙәре барыһының да күңеленә хуш килгәндер.
"Балалар" үҙҙәрен тағы ла берҙе парта артында дәрес мәлдәренда хис иттеләр, ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде, йырлап-бейеп бик дәррәү итеп уҙҙы кисә. Шуға күрә һәр ошо кисәне үткәреүгә булышлыҡ иткән коллегаларға, ҡатнашҡан уҡыусыларға һәм килгән ҡунаҡтарҙың һәр ҡайһыһына ҘУР РӘХМӘТ!!!
+ (0) -
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]